top of page

Мин - уҡытыусы. 

(эссе)

    Эссеның темаһын ишетеү менән, тәү сиратта  үҙ коллегаларымдың ижадына күҙ ташланым. Берәүҙәр үҙҙәрен алыҫҡа осоусы снаряд, икенселәре  алға әйҙәүсе маяҡ менән сағыштыралар.  Уларҙың эштәре миңә бик яҡын,  тәрән йөкмәткеле һәм һүҙҙәре минең күңелем аша үтә, улар менән диалогҡа керергә мәжбүр итә.  Коллегаларымдың эштәрен өйрәнгән ваҡытта төрлө уйҙарға киләм һәм аҙыраҡ уларға көнләшеп тә ҡуям. Сөнки уларҙың күбеһе уҡытыусы ғаиләһендә үҫкән һәм үҙҙәрен бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы итеп күргәндәр. Ә мин, киреһенсә, эшсе ғаиләһендә тәрбиәләнгәнмен һәм уҡытыусы булырмын тигән хыялым да булманы.  Минең яҙмышым, уҡытыусы булыуым, күрәһең, күктәрҙә хәл  ителгән. Әгәр ҙә бала һөнәр һайлауҙа икеләнә икән, ата-әсәләр беренсе булып ярҙамға килергә тейеш. Әсәйем, үҙ тәжрибәһенән сығып, миңә, яратҡан ҡыҙына, уҡытыусы һөнәрен һайлауға кәңәш бирҙе. Шул ваҡытта әсәйемдең һүҙенә ҡолаҡ һалмаһам, икенсе һөнәр һайлаған булһам, мин үҙемде нисек хис итер инем икән? Әсәйемә рәхмәтлемен, сөнки был һорау минең күңелемдә шик тыуҙырмай.  Мин үҙемдең икенсе  өлкәлә эшләүемде күҙ алдына  ла килтерә  алмайым.

    Башҡа уҡытыусылар кеүек үк, миңә лә уҡытыусы – һөнәр генә  түгел, ә йәшәү рәүеше лә.  Минең тормош иптәшем ҡайһы саҡта шаяртып: «Һинең тормошоң – мәктәп», - тип әйтеп ҡуя. Уның һөнәремдең нескәлеген тойоуына рәхмәтлемен. Ә ҡайһы берҙә был шаяртыу минең  йөрәгемә үтеп инә: мәктәп эшенә сумып үҙ ғаиләмде нисек рәнйетмәҫкә икән? Хәҙерге ваҡытта был һорау минең алдымда ғына түгел, ә башҡа йәш уҡытыусы ғаиләләр алдында ла торалыр, тип уйлайым. Уҡытыусының күп ваҡыты эш ҡағыҙҙары менән үтә. Уҡыусылар менән аралашырға, коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашырға ваҡыт самалы ҡала. Ә уҡытыусы әсә булыу менән бурыс икеләтә арта.

    Д.В. Медведев  әйткәнсә: «Уҡытыусы ул – күңел булмышы, асылы». Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Элек уҡытыусы һөнәре бик ҡәҙерле һәм хөрмәтле  ине. Ә хәҙер, минеңсә, уҡытыусы һөнәренең бәҫе кәмей төштө кеүек.  Был уй минең йөрәгемде әрнетә. Уҡытыусы бит ижад итеүсе, ә тормош ҡонвейрында күҙәтеүсе генә түгел. Ижади эшләүсе кешегә ирек, таяныс һәм киләсәккә ынтылыш кәрәк. Был бигерәк тә хәҙерге заман талабы, сөнки беҙ яңы быуын балаларын тәрбиәләйбеҙ. Төрлө  гаджеттарҙа, интернет селтәрендә яҡшы аралашҡан уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу бик ауыр. Уҡытыусы һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә тейеш, ә бының өсөн күп ваҡыт сарыф ителә.

    Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына, бөтә мәғлүәтте тәржемә иткәнгә күрә икеләтә ҡатмарлы. Бер төркөм балаларҙы туған телгә өйрәтеү, икенселәрен сит телгә өйрәткән кеүек, башҡорт теленең нескәлектәре менән ҡыҙыҡһындырыу, һәр ваҡыт әҙләнергә мәжбүр итә.  Ошо ҡатмарлылыҡтар минең дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, арыған саҡта ла алға өндәй. Минең алдымда балаларға белем биреү генә түгел, уларҙың патриотик, гражданлыҡ тойғоларын үҫтерергә, тәрбиәләргә, халыҡ ижадына, шиғриәткә, әҙәби әҫәрҙәргә, тыуған телгә, мәҙәниәткә таянып, яңы ижади башланғыстар асыу. Үҙ тамырҙарының тарихын белмәгән кешене бөтә яҡлап үҫешкән шәхес тип әйтеп булмай. Шуның өсөн һәр бер баланы йондоҙ, тип тойорға кәрәк. Ошо йондоҙсоҡтоң һәләттәрен аса белеү һәм уны күккә күтәреү – уҡытыусының бурысы. Был йондоҙҙарҙың күктәргә аша алыуын киләсәк кенә күрһәтер. Уҡытыусы һөнәренең асылы -  Тыуған илебеҙҙе, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларҙай, яҡларҙай, ҡәҙерләй алырлыҡ шәхестәр тәрбиәләү.

В. И. Немирович-Данченко: «Бәхет – яратҡан эшең менән шөгөлләнеү» - тип әйткән. Уның һүҙҙәре менән килешеп, мин үҙемде бәхетле кеше итеп тоям һәм уҡытыусы  булыуым менән ғорурланам.

bottom of page